Ейәнсура районы Үтәғол ауылында йәшәүсе халыҡ яугирҙарға ярҙам әҙерләй

Махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙарға тыл ярҙамы. Ейәнсура районы Үтәғол ауылында йәшәүсе халыҡ ирекмәндәр төркөмәнә тупланып был изге эште күмәк көс менән башҡара. Тылдағылар ярҙамы хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.

Үтәғол ауылы мәҙәниәт йортонда иртәнге сәғәт ундан көн һайын 15-20-ләп ҡатын-ҡыҙ йыйыла. Ҡулдарына күҙ эйәрмәй. Әсәләр йөрәге еңеүҙе яҡынайтыу өсөн бергә тибә.Үтәғол ауылы биләмәһенән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугиҙарға маскировка селтәрҙәре үреүселәр араһында «Абзый» ҡушаматлы яугир әсәһе лә бар.

Үтәғол ауылы ҡатын-ҡыҙҙары маскировка селтәрҙәренең быйыл 9-cы май Еңеү көнөнән үрә башлаған. Дрондарҙан һаҡлаусы ҡалҡан алғы һыҙыҡта илебеҙҙе нацистарҙан һаҡлаусы егеттәрҙең һәр береһенә исемләп үрелеп шәхсән тапшырыла. Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан «Танкист» ҡушаматлы яугир тылдағылар үргән ете маскировкалау селтәрен хәрбиҙәр ҡулына тапшырған да инде.

Ейәнсуралар махсус хәрби операция биләмәһенә 21-се ылау ебәргән. Үтәғолдар яугирҙарға маскировка селтәрҙәренән тыш, окоп шәмдәре, тормош-көнкүреш кәрәк-яраҡтары, аҙыҡ-түлек йыйып, исемле посылкалар оҙата. Тылдағылар Еңеүҙе тиҙләтеү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләй.

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ