Яҙғы саҡырылыш кампанияһы дауам итә

Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ һәм Йылайыр райондары буйынса хәрби комиссариатынан 160-ҡа яҡын егет илдең ҡораллы көстәре сафына оҙатыласаҡ. Теманың дауамы киләһе яҙмала.

Был юлы Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ һәм Йылайыр райондары буйынса хәрби комиссариатынан 15 егетте ата‐әсәләре, яҡындары, дуҫтары әрме хеҙмәтенә оҙатты. Улар араһында Мерәҫ ауылынан Хөсәйен Ниғмәтуллин да бар. Йәш егет үҙ теләге менән әрме хеҙмәтенә юллана. Урал аръяғы агро‐сәнәғәт колледжы студенты яҙғы саҡырылыш кампанияһынан ҡалмаҫ өсөн сығарылыш имтихандарын ваҡытынан алда тапшырған.

Һәр ата‐әсә балаларының тыныс ерҙәрҙә хеҙмәт итеп, бер йылдан иҫән‐һау әйләнеп ҡайтыуын теләй. Тыуған ил алдындағы бурысын үтәргә юлланыусыларға улар өгөт‐нәсихәттәрен еткерҙе.

Урындағы хәрби комиссариат бүлеге йыл һайын саҡырылыш кампанияларҙың планын теүәл үтәй. Бүлек хеҙмәткәрҙәре белдереүенсә был өлкәгә ҡағылышлы үҙгәрештәр әлегә көтөлмәй. Яҙғы саҡырылыш 3 июлгә тиклем дауам итә.

Раушания Рәхимова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ