83-сө йәшендә Рәсәй Федерацияһының халыҡ уҡытыусыһы Лиза Әғәҙуллина вафат булды

Башҡортостан йәмәғәтселеге ауыр юғалтыу кисерҙе. 83-сө йәшендә Рәсәй Федерацияһының халыҡ уҡытыусыһы Лиза Ҡыям ҡыҙы Әғәҙуллина вафат булды. Лиза Ҡыям ҡыҙыи Республикала Рәсәйҙең халыҡ уҡытыусыһы исеме бирелгән берҙән-бер педагог ине. Ул шулай уҡ Башҡортостандың халыҡ уҡытыусыһы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй мәғарифиының почетлы хеҙмәткәре. Бөрө педагогия институтын тамамлағас, Лиза Әғәҙуллина Салауат районы Малаяҙ урта мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. 1996 йылдан алып хаҡлы ялға сыҡҡанға тикпем Өфөнөң 42-се лицейында химия фәнен уҡыта. Лиза Ҡыям ҡыҙының 100-ҙән ашыу уҡыусыһы Бөтә Рәсәй олимпиадалары еңеүселәре һәм призерҙары булған. 2016 йылда Владимир Путиндың Указы менән Лиза Әғәҙуллина «Рәсәй Федерацияһының халыҡ уҡытыусыһы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.

Башҡортостан башлығы Лиза Әғәҙуллинаның вафатына бәйле социаль селтәрҙә ҡайғы уртаҡлашыу белдереҙе. Төбәк етәксеһе белдереүенсә, был тотош республика мәғарфи системаһы өсөн оло юғалтыу. Күренекле педагог менән хушлашыу ирәтгә иртәнге сәғәт 10-да «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтә.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ