Өфөнөң «Торатау» Конгресс-холлында һыйырҙарҙы селекциялау мәсьәләләре тикшерелде

Юғары сифатлы ғына түгел, эре баш малдың сәләмәт булыуы ла шарт. Бөгөн Өфөнөң «Торатау» Конгресс-холлында һыйырҙарҙы селекциялау мәсьәләләре тикшерелде. Сара Уралдағы һөт малының тоҡомсолоҡ эше буйынса 66-сы совет ултырышы сиктәрендә үтте. Фекер алышыуҙа илдең алты төбәгенән белгестәр ҡатнашты. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Куар-код ярҙамында йәш малдың тотош тоҡомон билдәләргә мөмкин. Махсус базала бер нисә быуын тураһында мәғлүмәт тупланған. Хайуандарҙы идентификациялау тоҡомсолоҡтағы иң яуаплы эштәрҙең береһе. Ул теүәллекте ярата, ти «Артемида» крәҫтиән-фермер хужалығы селекционерҙары.

Тоҡом репродукторы статусын хужалыҡ тәүге тапҡыр 2010 йылда ала. Ошо ваҡыттан алып улар ҡара-сыбар тоҡомло эре мөгөҙлө мал үрсетеү һәм селекциялау менән шөғөлләнә. Бөгөн һыйырҙар һаны ике мең ярымға еткән. Йыл һайын Рәсәй төбәктәренә йөҙләп баш мал оҙатыла. Шул уҡ ваҡытта хужалыҡ юғары һауым артынан ҡыумай, һыйырҙарҙың генетик яҡтан сәләмәт булыуына ҙур иғтибар бүленә.

Һөт хужалыҡтарында малдарҙың генетик составын яҡшыртыу, ҡара-сыбар һәм голштин тоҡомло һыйырҙарҙың сифатын камиллаштырыу мәсьәләһе бөгөн Өфөлә лә ҡаралды. «Торатау» Конгресс-холлында үткән Уралдың һөт малы менән тоҡомсолоҡ эше буйынса 66-сы Совет ултырышында фән докторҙары, илдең эре хужалыҡ вәкилдәре ҡатнашты.

Иғтибар үҙәгенә санкция баҫымы шарттарында Ватан ауыл хужалығы предприятиеларын тоҡомло һыйыр малы менән тәьмин итеү мәсьәләһе лә сығарылды. Башҡортостанда был тармаҡта Проблема юҡ тиерлек. Сөнки, тәжрибә тупларлыҡ тиҫтәләрсә хужалыҡ бар. Улар ҡасандыр сит илдән һатып алынған, урындағы климатҡа яраҡлашҡан, яҡшы генетикалы һыйыр малын тәҡдим итә. Совет ултырышы Уралда һөт малсылығын тағы ла һөҙөмтәлерәк кимәлгә күтәреү, шулай уҡ орлоҡ материалы буйынса импортты алмаштырыу яҡына арала хәл ителер тигән теләктә ҡалды.

Азат Ғәлиуллин

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ