Башҡортостанда «Медицина һәм Профсоюз» һаулыҡ һаҡлау конкурсына йомғаҡ яһалды

Уға ярашлы аҡ халатлыларҙың эшмәкәрлеген яҡтыртыусы киң мәғлүмәт саралары белгестәре һәм коллективтар тәбрикләнде. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы акционерҙар йәмғиәте иң яҡшыһы тип табылды.

Республика һаулыҡ һаҡлау профсоюзы 105 йыл элек ойошторолған. Профсоюз йөҙ меңгә яҡын һаулыҡ һаҡлау тармағы белгесен, ветерандарҙы, студенттарҙы берләштерә. Ойошма хеҙмәтте һаҡлау, ауыр хәлдә ҡалғандарға ярҙам итеү, профсоюз ағзалары балаларының йәйге ялын ойоштороу, медицина хеҙмәткәрҙәренең хоҡуҡтарын яҡлау буйынса даими эш алып бара.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ