Санкт-Петербургта үткән конкурста еңеүселәрҙе ата-әсәләр тимер юл станцияһында ҡаршы алды. «Гөлдәр» өлгөлө бейеү ансамбле - Сибай ҡалаһының йөҙөк ҡашы. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Луиза Яхина етәкләгән коллективта бейеү сәнғәтенә һөйөү тәрбиәләнә. Балалар төрлө милләт бейеүҙәрен өйрәнә, конкурстарҙа ҡатнашып призлы урын яулай. Ансамблдә өс йәштән алып 18 йәшкә тиклемге балалар шөғөлләнә.






