Башҡала тарихы музейында «Өфө асыҡ хаттарҙа» күргәҙмәһе асылды

Ул Өфөнөң 450 йыллыҡ тарихи юбилейына арнала. Үҙенсәлекле коллекцияның хужаһы Өфөлә йәшәгән 78 йәшлек Владимир Буравцов, ул уникаль открыткаларҙы 30 йыл дауамында йыйған. Открыткаларҙың күбеһе башҡалала, Николай Блохиндың шәхси типографияһында баҫылған. Уларҙа Өфөнөң 19-сы, 20-се быуаттағы тарихи биналарын, иҫтәлекле урындарын күрергә мөмкин. Музей хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, коллекциялағы һәр открытка тарихты, тыуған яҡты өйрәнеүселәр өсөн мөһим әһәмитәкә эйә. Улар сифатлы ҡағыҙҙа баҫылған һәм яҙыуҙар яҡшы күренә. Күргәҙмәнең «Өфө асыҡ хаттарҙа» тип аталыуы ла осраҡлы түгел. Был открыткалар мисәт баҫылған һәм уларҙы ваҡытында почта аша ла ебәрергә мөмкин булған.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ