«Инвестиция сәғәте»дә юл тармағында, мәғарифта һәм хеҙмәтләндереү өлкәһендә яңы проекттар хупланды

Радий Хәбиров етәкселегендә үткән сираттағы тематик кәңәшмәлә иҡтисадтың һәм социаль өлкәнең төрлө тармаҡтарында яңы башланғыстар ҡаралды. «Юкси Парк» компанияһы вәкилдәре Өфөнөң Нуғай ауылында 140 урынлыҡ балалар баҡсаһы менән берләштерелгән 300 урынлыҡ мәктәп төҙөү проектын тәҡдим итте.

Был маҡсатҡа 546 миллион һум аҡса һалыу планлаштырыла. Балалар баҡсаһын 2026 йылда, ә мәктәпте 2028 йылда сафҡа индереү ҡарала. Республиканың инвестиция комитеты тәҡдим ителгән проектты хупланы. Инвесторға ярҙам саралары сифатында һалым льготалары бирелә. Өфө хакимиәте лә ер участкаһын рәсмиләштереүҙә ярҙам күрһәтәсәк. «СтройЗаказ» компанияһы Стәрлетамаҡ районында юл буйындағы сервис комплексын асырға ниәтләй. Уның етәкселеге 90 миллион һумлыҡ проект тәҡдим итте, ул 37 яңы эш урыны булдырырға мөмкинлек бирәсәк. Фекер алышыу йомғаҡтары буйынса Башҡортостандың Инвестиция Комитеты проектҡа һалым льготалары менән өҫтөнлөклө статус бирҙе. Инвесторға шулай уҡ инженер һәм транспорт инфраструктураһын төҙөүгә сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплау ҡаралған.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ