Рәсәй вуздарында ҡабул итеү кампанияһы старт алды

Сығарылыш синыф уҡыусылары өсөн яуаплы осор. Рәсәй вуздарында ҡабул итеү кампанияһы старт алды. Быйыл республика юғары уҡыу йорттары 15 меңгә яҡын бюджет урын тәҡдим итә. Уҡырға инеү ысулдары, яңы йүнәлештәр менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра.

Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарында ҡыҙыу миҙгел башлана. Төрлө район-ҡалаларҙан, күрше төбәктәрҙән, хатта, сит илдәрҙән дә абитуриенттар ағыла. Ынйы Исхаҡова Нефтекама педагогия колледжынан һуң белемен баш ҡалала дауам итергә ҡарар иткән. Ул логопед булырға теләй.

Физика һәм математиканан алып психология, художество йүнәлештәренә тиклем. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында 1689 бюджет урыны булдырылған, бер өлөшө - маҡсатлы йүнәлтмә буйынса килеүселәр өсөн. Яңы ҡағиҙәгә ярашлы, абитуриент тик бер ойошма һәм бер юғары уҡыу йорто менән генә килешеү төҙөй аласаҡ.

Башҡорт дәүләт медицина университетында бакалавриат һәм специалитет буйынса меңдән ашыу бюджет урыны бүленгән, уларҙың 720-е маҡсатлы йүнәлтмә буйынса. Дауалау эше, педиатрия, стоматология йүнәлештәре айырыуса ихтыяж менән файҙаланыла. Ҡабул итеү комиссияһы ағзалары билдәләүенсә, абитуриенттарға уҡырға инеү мөмкинлектәре уңайлы ойошторолған.

Быйыл Башҡортостан вуздарында ун биш меңгә яҡын бюджет урын иҫәпләнә, уларҙың 5 мең ярымы Өфө фән һәм технологиялар университетына тура килә. Бында 150 йүнәлеш буйынса һөнәр үҙләштерергә мөмкин. Бюджеттан тыш ҡабул итеүҙе иҫәпкә алғанда, ун меңгә яҡын йәш кеше беренсе курсҡа алынасаҡ.

Юғары уҡыу йорттарының ҡабул итеү комиссиялары яңы ғына эш башланы. Документтарҙы 25 июлгә тиклем тапшырырға мөмкин. Төп этап һөҙөмтәләре 3-9 августа билдәле була. Ә әлегә сығарылыш синыф уҡыусыларына оло тормош юлына төп документ - аттестат алырға ҡулды. Тантаналы саралар киләһе аҙнала үтә.

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ