“Бөгөн алғы һыҙыҡта иң кәрәклеһе - дрондар”. Махсус хәрби операция яугире Тимерйән Рәжәпов ошо турала белдерҙе. Ул быйыл яҙ Оборона министрлығы менән килешеү төҙөнө һәм алғы һыҙыҡҡа юлланды. Яҡташыбыҙ мотоуҡсылар полкында хеҙмәт итә. Хәрби күптән түгел яраланған. Уны реабилитация үтеү өсөн Башҡортостанға ҡайтарғандар. Әле Тимерйән Рәжәпов яугирҙәр өсөн кәрәк-яраҡ туплай. "Битараф булмағандарҙың ярҙамына ышанабыҙ", - ти Тимерйән Рәжәп улы.







