Радий Хәбиров хәрби-патриотик тәрбиә буйынса советтың ултырышында ҡатнашты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Федерация Советы ҡарамағындағы хәрби-патриотик тәрбиә буйынса советтың беренсе ултырышында ҡатнашты. Уны ил парламенты юғары палатаһы рәйесе урынбаҫары Юрий Воробьёв уҙғарҙы. Ултырыш видеоконференция бәйләнеше режимында уҙҙы.

Сенаторҙар, Дәүләт Думаһы депутаттары, дәүләт власть органдары етәкселәре һәм вәкилдәре ҡатнашҡан һөйләшеүҙә төп тема - заман саҡырыуҙары шарттарында хәрби-патриотик тәрбиә мәсьәләләре тикшерелде. Үҙ сығышында Радий Хәбиров Рәсәй халыҡтарының милләт-ара берҙәмлеген төрлө яҡлап нығытыу кәрәклеген һәм уны эҙмә-эҙлекле алып барыу мөһимлеген билдәләне. Миҫалға Башҡортостандың «Патриот» паркын килтерҙе. Республика үҙ тәжрибәһен башҡалар менән бүлешергә әҙер.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ