Был турала Шишмә районындағы «Патриот» хәрби-илһөйәрлек паркында старт алған Республика ирекмәндәр лагерында иғлан ителде. Быйыл күләмле слетта муниципаль волонтерҙар штабтары, социаль йүнәлештәге коммерция булмаған ойошмалар, йәмәғәт берләшмәләренән өс йөҙҙән ашыу кеше ҡатнашты. Изге эшкә ынтылған замандаштарыбыҙ менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина аралашты.
Ҡулға-ҡул тотоношоп, бер-береһен улар изге эштәргә әйҙәй. «Патриот» хәрби-илһөйәрлек паркы ирекмәнлек йүнәлеше буйынса республиканың иң әүҙем граждандарын берләштерҙе. Улар араһында йәштәрҙең күп булыуы ҡыуандыра. Слеттың тәүге көнөндә үк улар ысын дуҫтарға әйләнде.
Республика ирекмәндәр лагеры Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән икенсегә үтә. Быйыл өс тематик йүнәлеш эшләй. «Хәрәкәт лидерҙары», «изгелек ҡылыусылар» һәм «илһөйәр, экологик, мәҙәни ирекмәнлек»те ҡеүәтләүселәр мәғариф программаларында ҡатнашып, белемен камиллаштырҙы, уңышлы практикалар менән уртаҡлашты.
Республика ирекмәндәр лагерында ҡатнашыусылар алдында көн һайын төбәк һәм федераль эксперттар сығыш яһай. Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Азат Бадранов та волонтерҙар менән осрашып, уларҙың яуаплы һәм республика өсөн мөһим эштәр атҡарыуын билдәләне. Айырыуса махсус хәрби операция осоронда - тылдағы хеҙмәт баһалап бөткөһөҙ.
Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, «Патриот» паркында ойошторолған лагерь һөҙөмтәләре буйынса буласаҡ «Башҡортостан ирекмәне Кодексы»на идеялар еткереләсәк. Һәм хәрәкәтте үҫтереү буйынса стратегик ҡарарҙар яһала.
Гөлназ Хәйбуллина






