Өфөлә Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ уҡытыусыһы Лиза Ҡыям ҡыҙы Әғәҙуллинаны һуңғы юлға оҙаттылар. 83-сө йәшендә ул вафат булды. Мәғариф үҫешенә тос өлөш индергән педагог менән хушлашырға республика башлығы Радий Хәбиров, билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, туғандары, коллегалары, уҡыусылары килде. Яҙма бар булмышын балаларға сифатлы белем биреү, уларҙы кешелекле итеп тәрбиәләүгә арнаған шәхестең яҡты иҫтәлегенә арнала.
Лиза Ҡыям ҡыҙы үҙен мәктәптә, уҡыусылар янында бәхетле кеше итеп тойған. Мәғариф өлкәһендә 65 йыл эшләп, меңдән ашыу балала химия фәненә ҡыҙыҡһыныу уятҡан. Уның дәрестәрен уларҙың һәр береһе һағынып иҫкә ала. Рәсәйҙең һәм Башҡортостаның халыҡ уҡытыусыһы Лиза Әғәҙуллина яратҡан уҡыусыларын, коллегаларын йәнә осраштырҙы. Хушлашырға ваҡыт. Әйтерһең дә, һуңғы дәрес.
Лиза Әғәҙуллина уҡыусыларының рәхмәтен, ихтирамын тойоп йәшәне. Бөгөн уның тынғыһыҙ эшен Олимпиада хәрәкәте остаздары ассоциацияһы алып бара. Химия фәне буйынса күләмле ярыштарға ла тап тәжрибәле педагогтың авторлығында сығарылған уҡытыу-методика программаһы ҡулланыла. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та халыҡ уҡытыусыһы менән хушлашҡанда уның бар тормош юлы эшкә ҡарата һөйөү менән тулы булыуын билдәләне.
Бала сағында уҡ уҡытыусы булырға теләгән. Бөрө педагогия институтын тамамлау менән Салауат районы Малаяз ауылында хеҙмәт юлын башлай. 1996 йылдан алып хаҡлы ялға сыҡҡансы Өфөнөң 42-се лицейында химия фәнен уҡыта, шул уҡ ваҡытта әлеге республика инженер лицей-интернатында ла эшләй. Мәғариф өлкәһендәге юғары ҡаҙаныштары - эшкә ҡарата оло фиҙаҡәрлек билдәһе. Уның 100-ҙән ашыу уҡыусыһы Бөтә Рәсәй олимпиадалары еңеүселәре һәм призерҙары.
Лиза Ҡыям ҡыҙы уҡытыусы булараҡ үҙенең тормош юлын лайыҡлы үтте. Остазлыҡ эшенә йәштәрҙе йәлеп итеп, мәғариф өлкәһенә яңы көс өҫтәне.
Рәсәйҙең халыҡ уҡытыусыһы тигән маҡтаулы исемгә лә Лиза Әғәҙуллина респубиканан иң беренсе булып лайыҡ булды. Педагог һөнәрен, ысынлап та, юғарыға күтәргән шәхес. Журналистар менән аралашҡанда ла һәр ваҡыт балаларына рәхмәттәрен яуҙырҙы, оло йөрәкле әсә кеүек һәр ҡайһыһының уңыштары өсөн һөйөндө.






