Республикала алдағы ял көндәрендә эҫе һәм шул уҡ ваҡытта ямғырлы һауа торошо көтөлә

Синоптиктар иртәгә урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуын, күк күкрәүен фаразлай. Төндә 12,17, көндөҙ 23,28 градус йылы. Йәкшәмбе көндөҙгө сәғәттәрҙә һауа температураһы сағыштырмаса бер аҙ түбәнәйә, 20, 25 тирәһе йылы күрһәтә. Урыны менән күк күкрәп ҡойма ямғыр, боҙборсаҡ яуыуы ихтимал. Йәшен ваҡытында көслө ел сығыуы күҙаллана.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ