Өфөлә Медицина хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы ултырыш үтте

Өфөнөң «Торатау» конгресс холында Медицина хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы ултырыш үтте. Аҡ халатлыларҙы һөнәри байрамдары менән Башҡортостан башлығы тәбрикләне. Радий Хәбиров халыҡ сәләмәтлеге һағында тороусыларға фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн рәхмәт белдереп дәүләт наградаларын тапшырҙы. Үҙ һөнәренең оҫталары менән БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова аралашты.

Транспорт сараһы түгел, ә тәгәрмәс өҫтөндәге медицина учреждениеһы. Мобиль поликлиникалар һәр ваҡыт юлда, республика ҡала-райондары буйлап йөрөй.

Башҡортостан медицина системаһы алдында әле төп бурыс булып сирҙәрҙе ваҡытында асыҡлау, ғүмер оҙонлоғон арттырыу тора. Һаулыҡ һаҡлау учреждениеларның транспорт паркын яңыртыу ҙа ошо маҡсатты күҙ уңында тота.

Әммә тармаҡтың төп байлығы кадрҙар, үҙ эшен яратҡан һөнәр оҫталары. Башҡортостан табиптары республика халҡына ла, унан ситтә лә медицина ярҙамы күрһәтә. Тантанаға Красный Луч дауаханаһында эшләп ҡайтҡандар ҙа саҡырылған. Республиканың медицина десанты 2022 йылдан Донбаста меңдәрсә кешене дауалаған.

Радий Хәбиров аҡ халатлыларға үҙ һөнәренә тоғролоғо, фиҙаҡәрлеге өсөн рәхмәт белдерҙе. Һеҙҙең көндәлек хеҙмәтегеҙгә тотош йәмғиәттең сәләмәтлеге, кеше ғүмерҙәре бәйле. тине Радий Фәрит улы. Республика башлығы медицина ярҙамының сифатын яҡшыртыу буйынса башҡарылған эштәргә лә туҡталды.

Хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырылды. Бүләкләнеүселәр араһында Башҡорт дәүләт медицина университеты профессоры Шамил Заһиҙуллин да бар. Залдағылар үҙҙәренең остазын аяғүрә баҫып алҡышланы.

Дәүләт наградалары менән бүләкләнеүселәрҙең күбеһе табиптар династияһы вәкиле. Мәҫәлән, Ишембай районында тыуып үҫкән Зөлфиә Минһажеваның барлыҡ яҡындары ла ошо һөнәр эйәләре.

Яңы медицина учреждениелары, транспорт паркын яңыртыу, заманса ҡоролмалар менән йыһазландырыу, кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү. Бөгөн медицина системаһында комплекслы һәм эҙмә-эҙлекле эшмәкрлек алып барыла. Алда ла ҙур маҡсаттар тора.

Бөгөн медицина хеҙмәткәрҙәре аҡ халаттарын байрамса кейемгә алмаштырған. Әммә аҡлыҡ-паклыҡ уларҙың күңелдәрендә.

Сәләмәтлек һағында тороу һөнәр генә түгел, ул кешенең булмышы, асылы, йәшәү рәүеше. Сөнки кешене дарыуҙар ғына түгел, яҡты йөҙ ҙә, йылы һүҙ ҙә дауалай. Әлеге осор медицина хеҙмәткәрҙәренән һөнәри оҫталыҡ, кешелек сифаттарынан тыш заман менән бергә атлауҙы, яңы технологияларҙы үҙләштереүҙе лә талап итә. Ә махсус хәрби операция башланыу менән аҡ халатлылар юғары илһөйәрлек өлгөһө күрһәтеп тәүгеләрҙән булып алғы һыҙыҡҡа баҫты.

Рәмзиә Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ