Әбйәлил районында тағы ла бер ауыл иман нурына ҡойондо. Юлдаш ауылында төбәктәге 55-се мәсет асылды. Берҙәм көс, уртаҡ теләк менән башҡарылған изге эш тә һанаулы ваҡыт эсендә тормошҡа ашырыла. Шуға ла тантаналы сара тотош район халҡын бергә йыйҙы. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Юлдаш ауылы мәсетен асыу тантанаһы төрлө быуын вәкилдәрен бергә йыйҙы. Уның төҙөлөшөндә урындағы халыҡтың ихлас ҡатнашыуы ла ошо хаҡта һөйләй. Ауылдаштарҙың шатлығын уртаҡлашырға республика район-ҡалаларынан да күпләп халыҡ килде.
Мәсет рәсми асылғанға тиклем тулы көс менән эшләй. Никах туйҙары менән бергә, йома намаҙҙары ла уҡыла. Иман йортона юлдаштар ғына түгел, юл ыңғайы ҡунаҡтар ҙа инеп сыҡҡылай.
Иман йортона «Сәғит» исеме бирелде. Сәғит Сафин сығышы менән Юлдаштан. Әбйәлил районында ул ауыл хужалығындағы фиҙаҡәр хеҙмәте аша билдәле. Тәүҙә инженер, унан һуң хужалыҡтың партком секретары, ә үҙгәртеп ҡороуҙар башланып, партия бөтөрөлгәс, рәйес урынбаҫары, Гусевка ауыл хакимиәте башлығы вазифаһын башҡара. 12 йыл Әбйәлил ҡасабаһының 93-се һөнәрселек училищеһына етәкселек итә. Сәғит Зекәриә улы тыуған ауылында мәсет асырға хыялланған булған. Әммә, бөгөн уның маҡсатын аталарының яҡты иҫтәлегенә балалары тормошҡа ашырҙы.
Юлдаштар киләсәктә лә мәсеттең буш тормаҫына ышана. Дини саралар менән бергә, аҙна һайын йәмәғәт намаҙҙарының да үтеүенә өмөт ҙур. Ауылдарға йәштәрҙең күпләп төпләнеүен иҫәпкә алғанда никах һәм исем ҡушыу йолаларын да үҙ эсенә аласаҡ. Танталы саранан һуң да, халыҡ таралышырға ашыҡманы, улар ауылдаштар рухын иҫкә алып табын ойошторҙо.
Азат Ғәлиуллин






