Бөгөн илдә Хәтер һәм ҡайғы көнө

1941 йылдың нәҡ ошо көнөндә фашист Германияһы СССР-ға һөжүм итә. Был көн Рәсәй тарихында иң фажиғәле даталарҙың береһе һанала. Бөйөк Ватан һуғышында 27 миллион совет һалдаты һәләк була. Башҡортостандан иһә фронтҡа 700 меңләп кеше китә, уларҙың 300 меңе яу яланында ятып ҡала. Хәтер һәм ҡайғы көнөндә һәр кем дәһшәтле йылдарҙы иҫкә ала. Ҡалаларҙа митингылар ойошторола.

15 меңдән ашыу шәм совет һалдаттары героизмы символына әүерелгән билдәле комбат һыны буйынса теҙелгән. Уларҙы Радий Хәбиров һәм ирекмәндәр «Хәтер шәме» Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә яндырҙы. Шәмдәр фронт яланында һәләк булған һәр бер совет яугиры хөрмәтенә яна. Хәтер сараһы Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге «Патриот» паркында үтеүе лә осраҡлы түгел.

«Хәтер шәмдәре» республиканың төрлө нөктәһендә ҡабыҙылды. Таңғы сәғәт 4-тә, нәҡ фашист Германияһының илебеҙгә һөжүм иткән ваҡытта Генерал Шайморатов һәйкәле янында ла уттар балҡыны. Ҡатнашыусылар араһында балалар күплеге ҡыуандыра. Бәләкәй йәштәгеләргә патриотик тәрбиә биреү иғтибар үҙәгендә буласаҡ, тине Радий Хәбиров. Баш ҡаланың Еңеү паркында ла йолаға ярашлы хәтер митингында дәүләт эшмәкәрҙәре, хәрби бәрелеш ветерандары, йәш армеецтар обелискыға сәскәләр һалды.

Тимер юл вокзалы янында урынлашҡан «Фронтҡа киткән яҡташтар» һәйкәленә сәскә һалғанда, гүйә күк йөҙө илағандай булды. Ямғыр аҫтында митингыға йыйылыусылар һуғышта һәләк булған яугирҙарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды. Нәҡ тимер юл вокзалынан фронт биләмәһенә республика һалдаттары юллана. Улар араһында тыл ветераны Нурислам Вәлиевтың атаһы һәм ике ағаһы була. Ул саҡта 3 йәшлек баланың хәтерендә аслыҡ һәм яланғаслыҡ йылдары мәңгегә уйылып ҡалған.

Ветеран элекке йылдар баш ҡаланың Киров районы Ветерандар советы рәйесе булараҡ мемориалды асыуға өлөш индерә. Һындар араһында башҡорт, рус, татар милләт вәкилдәре сағылдырылған. Сөнки һуғыш милләткә ҡарамай, ул - уртаҡ афәт.

Герой яҡташтарының ҡаһарман хәрби юлын Юлай Ильясов бөгөн махсус хәрби операцияла дауам итә. Көйөргәҙе районының элекке башлығы яу яланына былтыр юлланғайны. Отпуск ялына ҡайтҡан яугир яҡташтары менән бергә тарихи дата уңайынан митингыла ҡатнашты.

Бөйөк Ватан һуғышы афәтен дә илебеҙ халҡы бергә йырып сыҡҡан. Һуғыш башланған был хәсрәтле көн һәм 5 йыл дауам иткән ҡанлы бәрелеш бөгөнгө быуындың да хәтерендә. Тыныс тормош һәм аяҙ күк өсөн беҙ яу яланында һәләк булған ҡаһарман яҡташтарыбыҙға бурыслы.

Рәзилә Ғиниәтуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ