Брест ҡалаһының Хәтер аллеяһында яҡташтарыбыҙға мемориаль таҡтаташ асылды

Брест ҡалаһының Хәтер аллеяһында Белоруссия ерен фашист илбаҫарҙарынан һаҡлаған һәм азат иткән яҡташтарыбыҙға мемориаль таҡтаташ асылды. Унда республикабыҙ вәкилдәре ҡатнашты. Иҫтәлекле көн уңайынан Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров сәләмләү хаты ебәргән. «Брестты һаҡлаусыларҙың батырлығы быуаттар буйына йәшәйәсәк. Еңеүсе халыҡҡа мәңгелек дан!»- тип яҙған төбәк етәксеһе. Хәтер аллеяһы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Белоруссия биләмәһендә һәләк булған ватандаштарыбыҙҙың батырлығын мәңгеләштереү маҡсатында былтыр асылғайны.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ