Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге «Патриот» хәрби-илһөйәрлек паркында үткән сарала бөтәһе 300 кеше ҡатнашты. Волентерҙар лагеры сиктәрендә улар бында ирекмәнлек эшмәкәрлегенә мотивацияны арттырыуға, социаль эштең иң яҡшы тәжрибәләре менән уртаҡлашыуға, активистарҙың ижади һәм мәҙәни үҫешенә йүнәлтелгән уҡыу курсын үтә. Осрашыуҙы асып, Радий Хәбиров республиканың ирекмәндәр хәрәкәте вәкилдәренә рәхмәт әйтеп, һуңғы йылдарҙа ирекмәнлек роле беҙҙең йәмғиәт өсөн ҙур әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне.
Республика етәксеһе шулай уҡ ирекмәндәр хәрәкәте активистары менән даими аралашыуҙың мөһимлеген билдәләне. Дүрт миллионлы Башҡортостанда 138 мең ирекмән рәсми теркәлгән. Өҫтәүенә һуңғы ваҡытта улар иҫәбендә халыҡҡа ҙур ярҙам күрһәткән «көмөш» волонтерҙар ҙа күбәйә бара. Радий Хәбиров коронавирустың йәмғиәтте берләштергән һәм бер-береһенә ярҙам итеү теләген нығытҡан ирекмәнлек хәрәкәте үҫешенә ҙур этәргес биреүен иҫкә төшөрҙө. Республика етәксеһе ғаилә ирекмәнлеге идеяһын да ыңғай баһаланы. Был осраҡта ата-әсәләр өлгөһө балаларҙы һәм, ғөмүмән, үҫеп килгән быуынды тәрбиәләү өсөн бик файҙалы. Осрашыу һуңында иң яҡшы хәрәкәт вәкилдәре төбәк башлығының «Башҡортостан ирекмәне» тип исемләнгән почет билдәһе менән бүләкләнде.



