Илдар Кәбиров «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының адаптация программаһына ла эләккән. Алғы һыҙыҡтан яраланып ҡайтҡан яугирҙың социаль-көнкүреш һорауҙарының нисек хәл ителеүен БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина белеште.
Яраланғандан һуң бер аяғына баҫа алмаһа ла, спорт менән шөғөлләнеп, үҙен формала тоторға тырыша. Мәләүез районынан Илдар Кәбиров 2022 йылда үҙ теләге менән махсус хәрби операция биләмәһенә юллана. Танк батальоны составында хеҙмәт итә. Күп тә үтмәй, Бахмут йүнәлешендәге ҡаты алыштарҙың береһендә ут эсендә ҡала.
Яҡташыбыҙ 2004 йылда Төньяҡ Кавказдағы контртеррористик операцияларҙа ла ҡатнашҡан. Ҡыйыу замандашыбыҙ үҙен ышаныслы тота, һауығырға тырышв. Әлегә ул таяғында оҙаҡ баҫып тора алмай, башлыса инвалид коляскаһында йөрөргә тура килә. «Ватанды һаҡлаусылар» фондына мөрәжәғәте тиҙ арала үтәлгән. Хәҙер ул күп функциялы техник сараны үҙләштерә. Идара итеүҙә еңел, юғары тиҙлек йыя ала.
Мәләүез районы буйынса «Ватанды һаҡлаусылар» фонды социаль координаторҙары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, уларҙың ғаиләләре, хәрби бәрелештәр ветерандары менән даими бәйләнештә. Илдар Кәбировҡа килгәндә, ул йәшәгән торлаҡҡа «Аҡыллы йорт» системаһы ҡуйыласаҡ. Электр утын һүндереп яндырыу булһынмы, саң һурҙырғыс робот менән өйҙө йыйыштырыумы - һәр нәмә менән телефон аша идара итеп буласаҡ.
Илдар Кәбиров махсус хәрби операция биләмәһенән ҡайтҡандан һуң социаль координаторҙарҙың ярҙамын тойоп йәшәй. Был яуаплы эште республикала йөҙгә яҡын кеше алып бара . Хәрбиҙәрҙең ғаиләләренә психологик ярҙамдан башлап ветерандарҙың социаль һәм медицина реабилитацияһына тиклем - социаль белгестәр мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ҡатнаша.
Гөлназ Хәйбуллина






