Баймаҡ районында үҙйөрөшлө техника торошо тикшерелде

Баймаҡ районы Темәс ауылында Урал аръяғы райондарының үҙйөрөшлө машиналарҙы, тағылмаларҙы хәүефһеҙ эксплуатациялау мәсьәләләренә арналған семинар-кәңәшмәһе үтте. Унда Баймаҡ, Әбйәлил, Йылайыр, Бөрйән райондары, Сибай, Межгорье ҡалаларының Дәүләт техник күҙәтеү комитеты етәкселәре ҡатнашты. Сара барышында Темәс ауыл биләмәһенең шәхси хужалыҡтарында иҫәпләнгән тракторҙар, үҙйөрөшлө техника торошо тикшерелде.

Мал аҙығы әҙерләү осоро алдынан шәхси хужалыҡтарҙа иҫәпләнгән техника торошон тикшереү мотлаҡ. Семинар-кәңәшмәлә төрлө маркалағы тракторҙарҙың яҡтылыҡ ҡоролмалары, руль идаралығы, тормоз системаһының төҙөклөгө ҡаралды. Шулай уҡ янғын һүндергес баллондары, медицина ҡумтаһының булыу-булмауына иғтибар ителде. Тракторсы-машинист танытмаларының категорияға тап килеүе, страховка документтары ентекле тикшерелде.

Һуңғы йылдарҙа райондың Дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан иң төҙөк трактор, үҙйөрөшлө техника хужаларын билдәләп бүләкләү йолаға индерелде. Шулай уҡ иң өлкән тракторсы һәм трактор билдәләнде. Тикшереү техника хужаларының тимер аттарын яҡшы ҡарауын, уларҙы файҙаланыу ҡағиҙәләрен тейешенсә үтәүен күрһәтте.

Кәңәшмә барышында техник тикшереүгә ҡуйылған барлыҡ тракторҙар ҡаралды. Сара конкурс рәүешендә ойошторолғас, еңеүселәр ҙә билдәләнде. Уларға дипломдар һәм водителдәр өсөн кәрәк-яраҡтар тапшырылды.

Раушания Рәхимова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ