Был кәсеп менән Ғиндуллиндар ғаиләһе 2016 йылдан алып шөғөлләнә. Балыҡтарҙы һыу менән өҙлөкһөҙ тәьмин итеү өсөн тау шишмәһе эргәһендә яһалма быуа быуылған. Дәүләт гранты ярҙамында фермер хужалығының матди-техник базаһы нығытылған. Төҙөкләнедереүҙән һуң бында туристар ҙа ял итә. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким дауам итә.
Был ыуылдырыҡ тиҙҙән селбәрәгә, аҙаҡ бағырға әйләнәсәк. Яһалма шарттарҙа үрсетелгән бағыр күпкә тиҙерәк үҫә. Бының өсөн һыу температураһы 10 градус тирәһе йылы булырға тейеш . Ғиндуллиндар хужалығы 2016 йылдан алып гәрәбә һәм йәйғор балығы үрсетеү менән шөғөлләнә, әлеге ваҡытта улар республикала иң эре етештереүселәрҙең береһе булып тора.
Бағыр һалҡын һәм таҙа һыуҙа ғына йәшәргә ярата. Уларҙы үрсетеү өсөн шишмә эргәһендә яһалма һыу ятҡылығы ҡаҙылған. Ғиндуллиндар бағыр менән генә сикләнмәй, һаҙан һәм табан балыҡтарын да үрсетә. Бынан тыш хужалыҡта туризмға иғтибар бүленә. Күптән түгел бында ял йорто, мунса, тирмә төҙөлгән, ҡаргиҙәр, квадрацикл һатып алынған. Дөйәғоштар үрсетелә башлаған.
Фермала балыҡ тотоу өсөн шарттар «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ» милли проекты сиктәрендә ойошторолған. Грант ярҙамында балыҡтарҙы үрсетеү, һаҡлау өсөн шарттар булдырылған.
Башҡортостан туризм йүнәлешендә йылдам үҫешкән төбәктәрҙең береһе һанала. Тармаҡ үҫеше өсөн быйыл федераль ярҙам күләме 165 млн һумға еткән. Был сумманың бер өлөшө төбәктә ваҡиғалы туризмды үҫтереү, ауыл эшҡыуарҙарына ярҙам итеүгә йүнәлтелә.
Флорида Ким






