Башҡортостанда юл-транспорт ваҡиғаларында ете бала ғүмере өҙөлгән

Республика буйынса дәүләт автоинспекцияһынан белдереүҙәренсә, быйыл 6 айҙа бәлиғ булмағандар ҡатнашлығында 135 автомобиль аварияһы теркәлгән. Унда 143 бала йәрәхәтләнгән. Үҫмерҙәр үҙҙәре лә юл-транспорт ваҡиғаһы сәбәпсеһе була. Бөгөнгә 16 йәшкәсә 800-гә яҡын водитель тотолған. Рулгә рөхсәтһеҙ ултырған балалар арҡаһында өс юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Бындай аварияларҙа өс үҫмер йәрәхәтләнгән. Әле республикала “Хәүефһеҙ йәй” тигән социаль кампания бара. Ул балалар араһында юл-транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеү маҡсатынан үткәрелә.

Фото №1 - Башҡортостанда юл-транспорт ваҡиғаларында ете бала ғүмере өҙөлгән
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ