Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә Спорт министры Руслан Хәбибовҡа мөрәжәғәт итте. Республика Башлығы турнир еңеүселәре һәм призерҙары менән осрашыу ойошторорға ҡушты.
БРИКС илдәре Спорт уйындары Ҡазан ҡалаһында үтте. Унда Башҡортостан спортсылары 12 алтын, 7 көмөш һәм 1 бронза миҙал яуланы.







