Өфө ҡалаһының Орджоникидзе районы судында ултырыш үтте. Унда мутлашыу статьяһы буйынса енәйәт эше ҡаралды. 2015 йылда ике кеше “Инвестсоцвклад” тигән ҡулланыусылар кооперативы булдыра һәм халыҡтан аҡса йыя. Финанс пирамида булдырған мутлашыусылар 4 йыл дауамында 4 мең 300-ҙән ашыу кешенән алдаҡ юл менән 1,7 миллиард һум алған. Суд ҡарары буйынса енәйәтселәрҙең береһе 9 йыл да 10 ай, икенсеһе 4 йылға иркенән мәхрүм ителде.







