Ямғыр һәм дауыл эҙемтәләрен тиҙ арала бөтөрөргә, юлдарҙа авариялар һанын кәметергә. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров яуаплы ведомстволарға дауылдан килгән зыянды бөтөрөү маҡсатын ҡуйҙы. Бынан тыш, төбәк юлдарында үлемесле авариялар мәсьәләһе иғтибарға алынды. Быйыл уҙған йыл менән сағыштырғанда, 42 кешегә күберәк үлем осрағы теркәлгән. Төбәк башлығы муниципалитет етәкселәренә махсус хәрби операцияла ҡатнашып ҡайтҡан яугирҙарҙы йәмәғәт тормошона әүҙемерәк йәлеп итергә ҡушты. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Аҙналыҡ оператив кәңәшмә бер минут тынлыҡ менән башланды. Республика етәкселеге Севастополдә Украина атакаһынан һәм Махачкалала террористар һөжүменән һәләк булғандарҙы иҫкә алды. Ғәйепле шәхестәр язаға тарттырыласаҡ һәм дошмандар юҡҡа сығарыласаҡ. Ышаныслы, илһөйәр ир-егеттәр, Ватан һаҡсылары көсө менән еңеү киләсәк. Алғы һыҙыҡта хәрби бурысын үтәгән Феникс ҡушаматлы яугир Миңлеғәле Шайморатов орденына лайыҡ булды. Өфө кадеттар мәктәбен тамамлаған радист Мәскәүҙә реабилатция үтә.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә үткән ултырышта көнүҙәк мәсьәләләр иғтибарға алынды. Төбәктә үткән көслө ямғыр, ел -дауыл эҙемтәләрен бөтөрөү өҫтөндә эш алып барыла. Ғәрәсәт ваҡытында йөҙҙән ашыу ағас ҡолаған, тиҫтәләрсә автомобиль боҙолған. Бәхеткә, зыян күреүселәр теркәлмәгән.
Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов дауыл эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн ярҙам һорап мөрәжәғәт итте. Үткән шәмбе Йәнгел ауылында дауыл мәктәп ҡыйығын осорған, шулай уҡ бер нисә йорт емерелгән, Озерный ауылындағы йорттарҙы һыу баҫҡан.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге өсөн яуаплы ведомство етәкселәрен тәнҡит утында тотто. Уҙған аҙнала теркәлгән 52 аварияла 12 кешенең ғүмере өҙөлгән. Былтырғы күрһәткестәр менән сағыштырғанда, республика юлдарында 42 кешегә артыҡ үлем осрағы терлкәлгән.
Башҡортостан мәшғүллек үҙәктәрен төҙөкләндереү буйынса пилот проект исемлегенә индерелгән. Уға ярашлы 69 үҙәктә федераль аҡсалар иҫәбенә реконструкция үткәреләсәк. Йома 28 июндә республиканың бөтә район-ҡалаларында «Проффест» вакансиялар йәрминкәһе ойошторола. Сараға эш эҙләүсе бөтә йәштәге граждандар саҡырыла һәм һәр кем өсөн ҡыҙыҡлы тәҡдимдәр буласаҡ. Өфөлә төп майҙансыҡ Конгресс холл бинаһында үтә.
Флорида Ким



