«Сибай - Аҡъяр» трассаһы тәртипкә килтерелә башланды

«Сибай - Аҡъяр» трассаһын төҙөкләндереүҙә тотҡарланған ваҡытты ҡыуып етеү өсөн юлсыларға ике йыл эшләргә тура киләсәк. Эш дөрөҫ ойошторолмаған һәм быны танырға кәрәк, тине Радий Хәбиров. Республика башлығы ремонт тамамланыу ваҡытын урындағы халыҡҡа хәбәр итергә ҡушты. Һәм эш барышына бәйле контролде көсәйтеүҙе талап итте. Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, юл оҙон һәм ныҡ емерелгән, шуға ла уны этапҡа бүлеп тәртипкә килтереү күҙаллана. Беҙҙең ижади төркөм мәсьәләне асыҡлау өсөн Көньяҡ Урал райондарға юлланды. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Республика башлығының бер нисә тапҡыр ҡабатлауы осраҡлы түгел. Сөнки, былтыр йәй буйына ведомство тарафынан Радий Хәбировҡа ҡоро һандарҙан торған отчет бирелә. Ә ысынында эш план буйынса алып барылмай. Баҡтиһәң, былтыр тейешле 27 саҡрым юлдың тик ике километры төҙөкләндерелгән. Ҡалған участкаларҙа асфальттың беренсе ҡатламы һалынһа, ҡайҙалыр тик нигеҙе генә әҙерләнеп өлгөргән. Республика Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә Радий Хәбиров «Сибай - Аҡъяр» юлын ремонтлауҙы айырым контролгә алырға ҡушты.

«Сибай - Аҡъяр» юлында төҙөкләндереү эштәренең, ысынлап, алып барыу-барылмауына төшөнөү өсөн беҙҙең ижади төркөм Урал аръяғына юлланды. Хәйбулла районы үҙәгенән 50 саҡрым самаһы юл үтәбеҙ. Һәм бына ул, урындағы халыҡ өсөн көтөп алынған юл хужалығы техникаһы. Подрядсы ойошма проблемалы юлдың икенсе ҡатламын һалыу менән мәшғүл.

Подрядсы ойошма аҙна-ун көн эсендә эштәрҙе тамамларға ниәтләй. Артабан, улар икенсе 6 саҡрымлыҡ участкаға күсә. Объектта эшсе ҡулдар, техника ла етерлек. Сеймал менән дә проблемалар юҡ. Ул Баймаҡта былтыр августа сафҡа ингән асфальт-бетон заводынан килтерелә. Проект ҡеүәте сәғәтенә 160 тоннаға тиклем етә.

Яңы асфальт-бетон заводы «Сибай - Аҡъяр» юлы өсөн махсус монтажлана. Ул Радий Хәбировтың таушалған юлдарҙы ремонтлау буйынса республика программаһына ингән беренсе объект. Сөнки урындағы халыҡ өсөн үтә лә әһәмиәтле юл.

«Сибай - Аҡъяр» трассаһының дөйөм оҙонлоғо 103 саҡрым самаһы. Ул уҙған быуаттың 80-се йылдарында төҙөлгән һәм бөгөн яраҡһыҙ хәлдә ҡалған. 2023 йылда республика программаһы буйынса юлдың бер өлөшө ремонтлана башланы.

Былтырғы етешһеҙлектәрҙе иҫәпкә алғанда, быйыл 44 саҡрымдай автомобиль юлын файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана. 2025 йылда тағы ла 20 саҡрым самаһын төҙөкләндереү көтөлә. Ә инде 2026 йылға проблемалы участок тулыһынса тамамланырға тейеш. Дөйөм алғанда, Өфөнән Көньяҡ Уралға илткән төп трасса насар хәлдә түгел, тигән фекерҙә автоһәүәҫкәрҙәр. Тәү сиратта улар баш ҡаланан Сибайға һәм Учалыға тиклемге юлды күҙ уңында тота.

Өфө - Аҡъяр юлы ла ҡәнәғәтләнерлек хәлдә, ти автоһәүәҫкәрҙәр. Урыны менән емерелгән участкалар ҙа юҡ түгел, әлбиттә. Әммә, Өфөнән республиканың иң алыҫ төбәгенә, алты сәғәт эсендә биш йөҙ саҡрымды үтергә мөмкин. Тик бер туҡталышһыҙ һәм тиҙлек режимын боҙмаған хәлдә генә.

Азат Ғәлиуллин

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ