Башҡортостан йәмәғәтселеге Башҡортостандың халыҡ шағиры, күренекле ғалим, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың журналистар һәм яҙыусылар союзы ағзаһы, филология фәндәре докторы, профессор Рәшит Закир улы Шәкүрҙе һуңғы юлға оҙатты. Ил ағаһына 87 йәш ине. Мәтам сараһы Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында уҙҙы. Шәхес менән хушлашырға туғандары, яҡындары, ҡәләмдәштәре, Башҡортостан башлығы һәм башҡа дәүләт эшмәкәрҙәре килде. Сарала ил ағаһының исеме мәңгеләштерелеү, баҫылмаған әҫәрҙәрен нәшер итеү тураһында белдерелде.
Башҡортостан республикаһы гимнының тәүҙә көйө генә йәшәй. Мәшһүр музыкаға текст ижад итеү буйынса конкурс оҙаҡ бара. Ниһайәт, 140-тан ашыу лирик әҫәр араһында Рәшит Шәкүр авторҙашлығындағы беҙгә бөгөн яҡшы таныш юлдар раҫлана. Осраҡлы түгел: күренекле ғалимдарҙың милли рухы юлдарға ятып, күңелгә үтеп инә.
Ә был йырҙы һәр бер рухлы башҡорт яттан белә. Уның тексы шулай уҡ Рәшит Шәкүрҙеке. Милли рух, тыуған илгә һөйөү Халыҡ шағирының һәр бер әҫәрендә ярылып ята. Шиғырҙарында ул илебеҙ яҙмышы, халҡыбыҙ проблемалары тураһында әсенеп һөйләй.
Шиғриәт яҡтыһын фәнгә лә алып бара ул. 15 йылға яҡын Рәшит Шәкүр Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында эшләй. Бөтә ғүмерен тиерлек мәғрифәтсенең тормош юлын, ижадын өйрәнеүгә һәм йәмәғәтселеккә таратыуға бағышлай. Бының өсөн ул халыҡты иҫәп алыу документтарын тикшерә, Мифтахетдин Аҡмулланың ауылына бер нисә тапҡыр экспедициялар менән йөрөй. Уға һәйкәл асыуға өлөш индерә.
Фәндең ниндәй генә йүнәлеше булмаһын, Рәшит Закир улы ентекле эш алып бара. Ул 9 монография, йөҙҙәрсә ғилми мәҡәләләр авторы. Уның диалектология, топонимика һәм башҡа темаларға арналған фәнни хеҙмәттәре ғалим, студенттар, фән менән ҡыҙыҡһыныусыларҙың өҫтәл китабы булып тора.
Халыҡ шағирын һуңғы юлға оҙатыусыларға филармония майҙаны тар булды. Рәшит Шәкүрҙе белгән һәр кеше уны асыҡ күңелле шәхес, бер ҡасан да ҡиммәтле кәңәштәрен йәлләмәгән остаз итеп хәтерләне. Ул тиҫтәләрсә уҡытыусы, ғалим, ҡәләм оҫталары тәрбиәләгән олуғ шәхес.
«Башҡортостан» энциклопедияһы, башҡорт диалектологияһының яңы системаһы - Рәшит Шәкүр башҡорт фәненә өр-яңы индереүсе лә. Уның әле баҫылмаған әҫәрҙәре бар. Рәшит Шәкүр бөртөкләп йыйған бай архив башҡорт халҡына оҙаҡ хеҙмәт итәсәк әле. Иң мөһиме, ул тыуған иле, теле өсөн һуңғы көнөнә тиклем тоғро ҡалды...






