«Ер ҡото» фестивале Ғафури районында. Өсөнсө тапҡыр ойошторолған этномәҙәни, патриотик сара был юлы йәмле Еҙем буйында, данлыҡлы Уҡлыҡая янында урынлашҡан «Башҡортостан йөрәге» этнокомплексында үтте. Фестиваль эшлекле һөйләшеүҙәргә лә, милли-мәҙәни хазиналарыбыҙҙы, фольклорҙы һаҡлауға йүнәлтелгән сараларға ла бай булды. «Ер ҡото»ноң иң иҫтәлекле мәлдәре тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Берҙәмлек, илһөйәрлек һәм ҡаһарманлыҡ . Бөгөн беҙ был һүҙҙәрҙең мәғәнәһен тәрәнерәк аңайбыҙ. Өсөнсө тапҡыр ойошторолған «Ер ҡото» фестивале лә ошо маҡсатты күҙ уңында тота. Халҡыбыҙҙың борондан, быуындан-быуынға тапшырылып килгән хазиналарын да, заман яңылыҡтарын да бер ниәттә, бер йүнәлештә файҙаланыу. Фестиваль быйыл төбәк-ара кимәлгә лә сыҡҡан, сарала республиканың төрлө төбәктәренән һәм күрше өлкәләрҙән ҡунаҡтар ҡатнаша.
Ерҙең ҡото, көсө һәр беребеҙҙең рухи ныҡлығынан, илһөйәрлек тойғоларынан үрелә. Бөгөн Ватан именлеге һағына баҫҡан ир-егеттәребеҙ шуға асыҡ миҫал. Махсус хәрби операция яугирҙары илгә тоғролоҡ, ҡаһарманлыҡ өлгөһө. Әбйәлилдән Азамат Амангилдин взвод командиры, үткән йылдан алып алғы һыҙыҡта. Әле ҡаты йәрәхәттәр алып дауаланыу курсы үтә. Тәнендә мина ярсыҡтары йөрөтөүгә ҡарамаҫтан ул алғы һыҙыҡҡа дуҫтары янына ашҡыныуын йәшермәй. Илгә хәүеф янағанда өйҙә ятып булмай, ти Азамат Зөлфәр улы. Батыр яугирға фестивалдә Шайморатов миҙалы тапшырылды.
Фестивалгә ҡаһарман яугирҙар тәрбиәләгән ата-әсәләр ҙә саҡырылған. Улар улдары өсөн ғорурлығын йәшермәй. Ғафури районы Юлыҡ ауылынан Рәйлә менән Салауат Юлыҡовтарҙың улы Одиль Караульщиков махсус хәрби операцияла тәүге көндән үк ҡатнаша. Ғаилә Одилде балалар йортонан тәрбиәгә алған була. Фестивалдә Юлыҡовтарға рәхмәт хаты тапшырылды. Беҙҙең улыбыҙ герой, көслө, ҡыйыу рухлы егет, ти улар.
Фестивалдә маскировка селтәрен үреү, бетеү эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре лә ойошторолған. Барыһы ла яугирҙарҙың именлеге өсөн. Бында һәр кем үҙ көсөн, үҙ өлөшөн индерә ала.
Ә был ялбыр маска махсус хәрби операция яугирҙары өсөн, уны егеттәребеҙ разведкаға йөрөгәндә кейә. Үлән, ағас төҫөндәге кейем дрондар һөжүменән һаҡлай. Ошондай бер һаҡлау костюмын бәйләргә кило ярым тирәһе материал, йәғни ике меңгә яҡын таҫма тотонола.
«Ер ҡото»нда яугирҙар һәм уларҙың ата-әсәләрен табиптар, юристар, психологтар, халыҡ дауалаусылары ҡабул итә. Йәғни тән өсөн , йән өсөн дә дауа табырға мөмкин. Ҡатмарлы осорҙа ихтыяж менән файҙаланған барлыҡ хеҙмәттәрҙең дә бер майҙанға тупланыуы уңайлы. Хәрби юрист Ғәлим Мөхәмәтдинов әйтеүенсә, мөрәжәғәт итеүселәр күп. Төрлө проблемалар менән дә, мөрәжәғәттәрҙе юридик яҡтан дөрөҫ итеп яҙып биреүҙе лә һорап киләләр.
«Ер ҡото» этномәҙәни, фольклор, патриотик фестивале быйыл өсөнсө тапҡыр ойошторола. Сара сиктәрендә яугирҙар менән түңәрәк өҫтәл дә оойшторолдо. Фестиваль алғы һыҙыҡта йөрөгән ир-егеттәребеҙ именлегенә ҡорбан ашатыу менән тамамланды
Рәмзиә Кәримова






