Башҡортостан спортсылары БРИКС уйындарында 20 миҙал яуланы

Башҡортостан спортсылары БРИКС уйындарында 20 миҙал яуланы. Радий Хәбиров спорт министрлығына Ҡазанда уҙған БРИКС илдәренең халыҡ-ара мультиспорт уйындары еңеүселәре һәм призерҙары менән осрашыу ойошторорға ҡушты. Яҡташтарыбыҙ 12 алтын, 7 көмөш һәм бер бронзаға эйә булды. 27 спорт төрөндә миҙалдар өсөн 90 илдән биш меңдән ашыу спортсы көрәште. Рәсәйҙең милли йыйылма командаһына һигеҙ дисциплина буйынса 18 Башҡортостан атлеты һайлап алынды. Улар бадминтон, көрәш, каратэ, фехтование, билбау көрәше, спорт көрәше, бокс, байдарка һәм каноэла ишеү. «Еңеүселәр менән осрашыу юғары ҡаҙаныштар спортын үҫтереүгә этәргес бирә. Бүләкләү өсөн исемлек әҙерләгеҙ», тине Радий Хәбиров.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ