Ейәнсура районында «Үҫәргән тәүарихы» байрамы үтте

Ейәнсура районы Байыш ауылында - «Үҫәргән тәүарихы». Байыш ауылында районда уҙғарылған бренд саралары конкурсы сиктәрендә, «Үҫәргән тәүарихы» байрамы үтте. Был хаҡта ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.

Байрам ауылда Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарына арналған обелисктан башланды. Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған һәм Еңеү менән әйләнеп ҡайтҡандарҙы халыҡ бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды, ҡаһарман яугирҙар хөрмәтенә венок һәм сәскә һалды.

Ауылдаштарының ал ҡаны менән яҙылған ул дәһшәтле йылдарҙы Байыштар бер ҡасан да онотмай. Ошо мәрмәр таҡтаташ янына килеп һәр бер һалдатты хөрмәтләп иҫкә ала. Фиҙаҡәр хеҙмәте менән һуғыштан һуң илде аяҡҡа баҫтырыуға тос өлөш индереүселәр быуыны үҫәргән йәштәренә өлгө булып тора.

Муса хәҙрәттең тыуыуына 200 йыл тулыуға арналған сараның ошолай аталыуы бер ҙә осраҡлы түгел. Башҡортостан Тарих, тел һәм әҙәбиәт ғилми тикшеренеү институтында һаҡланған «Үҫәргән тәүарихы»н Муса хәҙрәт- Айтуғанов Муса Мөхәмәтйән улы күсереп яҙып, таратҡан, тип бәйән итте байрамды ойоштороусыларҙың береһе Ғилман Мөхәмәтйәнов. Мөхмәтйәновтар арҙаҡлы уҙаман, халыҡ табибы иҫтәлеген мәңгеләштереп ауылдың боронғо зыяратында таҡтаташ асты, ҡарағайҙарҙан торған бәләкәй аллеяға нигеҙ һалды.

Муса хәҙрәт вариҫтары үҫәргән тарихына тоғро шәхестәр булыуын күптән раҫлаған. Улар араһынан билдәле ғалимдар, ауыл уңғандары, Айҙар Зиннәт улы Мөхәмәтйәнов кеүек республиканың танылған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре лә бар. Үҫәргәндәр ҡоронда уның исеме мәрмәр таҡтаташта мәңгеләштерелде.

Байыштар үҫәргән ырыуы тарихына арналған ғилми-ғәмәли конференцияла ла ҡатнашты. Үҫәргәндәр башҡа башҡорт ырыуҙары менән берлектә 16-сы быуат аҙағында Иван Грозныйҙан ергә аҫабалыҡ хоҡуғын рәсмиләштереүселәр.

«Хөснөтдин баҡсаһы»- ауыл халҡының яратҡан урыны. Был ҡарағайҙар үҙенсәлекле тарих шаһиты. Уларҙы ауылдың тәүге рәйесе Хөснөтдин Ураҙов ултыртҡан.

Үҫәргән йыйынының төп саралары иһә мәктәп янындағы спорт майҙанында дауам итте. Иҙел Хәлимовтың тамырҙары Байыштан. Шағир, композитор сараға арнап ижад иткән китабынан шиғри шәлкемдәрен яңғыратты. Әйткәндәй, сараны уҙғарыу урыны ла бик уңышлы - ул амфитеатрҙы хәтерләтә. Тамашасыларға күләгәлә, еләҫ урын әҙерләнгән. Ҡул эшенә, хужалыҡ эшенә уңғандар йәрминкәлә ҡатнашты. Һәүәҫкәрҙәрҙең сәхнәләге сығыштары төрлө уйын-конкурстарға үрелеп барҙы. Район башлығы Дәмин Юланов байыштарҙы күркәм байрам менән тәбрикләп, бындай сараларҙың тарихи, мәҙәни йәһәттән әһәмиәтле булыуын билдәләне.

Байыштан тылсымлы доғалар яоҙамында дауалау серҙәрен белгән халыҡ табибтары, дин әһелдәре, бөтә Рәсәйгә билдәле профессорҙар, уңған колхозсылар сыҡҡан. Үҫәргән ырыуы вәкилдәре йыйынында тарихи үткәндәр, ҡаҙаныштар, ирешелгән уңыштар барланды, артабан да халыҡты берҙәмләштереү, милләтте һаҡлау маҡсатында мөһим ҡарарҙар ҡабул ителде.

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ