Бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың каникул алдынан һуңғы 12-се ултырышы үтте. Депутаттар бөтәһе 5 тиҫтәнән ашыу закон проектын ҡараны, Республикала ауыл хужалығын үҫтереү буйынса дәүләт программаһының үтәлеше тикшерелде. Пленар ултырышта Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Төп темалар тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Дәүләт, урындағы муниципаль органдарында тәү сиратта ҡабул ителергә тейешле категорияның исемлеге киңәйтелә. Өҫтөнлөк ил именлеге һаҡында торған ир-егеттәребеҙгә һәм уларҙың ғаилә ағзаларына бирелә.
Шулай уҡ тынлыҡ тураһындағы закон проектына ла үҙгәрештәрә һәм өҫтәмәләр индерелә. Ҡануни документҡа ярашлы, төнгө 11-ҙән һуң шау-шыулы саралар ойоштороу тыйыла. Был нормалар урындағы үҙидара рөхмәте менән уҙғарылған спорт, мәҙәни саралаға ҡағылмай. Шулай уҡ мал хужаларына ҡарата талаптар ҡәтғиләшә. Һуңғы өс йылда ғына малдар ҡатнашлығындағы юл фажиғәләрендә 12 кеше һәләк булған, 72-һе төрлө тән йәрәхәттәре алған.
Дәүләт милкен хосусилаштырыу буйынса ҡанунға ла үҙгәрештәр индерелә, аныҡлап әйткәндә, һүҙ дәүләт ҡарамағындағы йылға порты объекттары хаҡында бара. Улар физик шәхестәргә конкурс процедуралары нигеҙендә тапшырыла, әммә объекттар маҡсатҡа ярашлы файҙаланылырға тейеш. Ҡырағай йәнлектәрҙең айырым төрҙәренә һунар итеү өсөн электрон йәрәбә ҡулланыла башлай. Парламент физик мөмкинлеге сикләнгән етем балаларға өҫтәмә ярҙам саралары буйынса закон проектын да ҡараны. Уға ярашлы урта һәм юғары уҡыу йорттарында белем алған ваҡытта етемдәргә республика бюджетынан финанс ярҙам бүленәсәк.
Парламент ултырышында «Ауыл хужалығы үҫеше һәм ауыл хужалығы продукцияһы баҙарын көйләү тураһындағы дәүләт программаһының үтәлеше буйынса отчет доклады ла тыңланды. Башҡортостан депутаттары «Крокус Сити» Холлдағы фажиғәнән һуң һаҡ хеҙмәтенең сифатын һәм кимәлен көсәйтеү буйынса ҡануни башланғысты ла ҡараны.
Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтайҙың бөгөнгө ултырышында 5 тиҫтәнән ашыу ҡануни проект ҡаралды. Был парламенттың яҙғы сессиялағы һуңғы ултырышы, артабан депутаттар каникулдарға китә. Әммә был эшмәкәрлек туҡтатыла тигәнде аңлатмай. Йәйге осорҙа ла йәмәғәт тыңлауҙары, халыҡ менән осрашыуҙар дауам итә. Көҙгә республика халҡын мөһим сәйәси кампания - Башҡортостан башлығын һайлау көтә.
Рәмзиә Кәримова



