Стәрлетамаҡ халҡы махсус хәрби операция башланғандан алып 360 тонна самаһы гуманитар ярҙам йыған

Ошо көндәрҙә муниципалитет етәкселеге яҡташ яугирҙар хеҙмәт иткән илдең яңы төбәктәренә тағы ла бер конвой алып барҙы.

Йөк составында юғары үтеүсәнлектәге автомобилдәр, мотоциклдар, техника, радиоэлектрон көрәш саралары һәм коптерҙар, маскировка селтәрҙәре, интрументтар, запас частар һәм башҡа кәрәкле әйберҙәр. Барыһы ла яугирҙарҙың үҙ заказы буйынса. Кемдер хатта тыуған ҡалаһының флагын һорағанң. Шулай уҡ ватан һаҡсылары өйҙән посылкалар һәм балаларҙан хаттар ҙа ала.

Урындарҙа йөктө бушатыу менән бер рәттән, Стәрлетамаҡ етәкселеге яңы ғаризалар ҙа йыя. Улар билдәләүенсә, исемлелек һәр ваҡыт төрлө һәм ҡала үҙенең яугирҙарының бөтәтеләктәрен дә үтәргә тырыша. Бынан тыш, отпускҡа ҡайтыусылар ҙа хеҙмәттәштәре теләктәрен еткереү өсөн хакимиәткә килә. Әйткәндәй, әлеге ваҡытта ҡала хакимиәте яҡташтарға сираттағы гуманитар ылау йыя башлаған

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ