Мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлитбирҙин әйтеүенсә, 9-сы кластар өсөн өлгөргәнлек аттестаттары – 28 июндә, 11-се кластарға – 29 июндә тапшырыла. Мәктәптәргә тантаналы сараларҙа бөтә именлек талаптарын теүәл үтәү бурысы ҡуйыла. Быйыл уҡыуҙа юғары күрһәткестәргә өлгәшкән егеттәр һәм ҡыҙҙарға алтын һәм көмөш миҙалдар ҙа тапшырыла. Республикала 9-сы класты – 50 мең, 11-е – 15,5 мең ярым уҡыусы тамамлай.







