Мутлашыусылар тоҙағына эләккәндәр өсөн реабилитация программаһы әҙерләнгән

Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин социаль селтәрҙә яҙыуынса, психотерапевт һәм психиатрҙар ярҙам итергә әҙер. Мутлашыусылар ҡорбаны булғандар баш мейеһен, йөрәген, эске тән ағзаларын тикшертә ала, шулай уҡ стресс, ҡурҡыу һәм борсоу тойғолары менән көрәшеү өсөн дауалау үтә ала. Әле 20-нән ашыу кеше медицина ярҙамы алған. Табиптарға ышаныс телефонына шылтыратып мөрәжәғәт итергә була. Телефоны – 8(347) 295-02-36. 

Фото №1 - Мутлашыусылар тоҙағына эләккәндәр өсөн реабилитация программаһы әҙерләнгән
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ