Бөгөн Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың яҙғы сессиялағы аҙаҡҡы ултырышы үтте. Унда спиртлы эсемлектәр әйләнешенә бәйле законға үҙгәреш ҡаралды. Ҡанун проектына ярашлы торлаҡ йорттарҙың беренсе ҡатында асылған аҙыҡ-түлек магазиндарында төнгө ваҡытта алкоголь һатыу сикләнә. Профилле комитет рәйесе Рөстәм Ишмөхәмәтов аңлатма бирә.
“Был закон проекты спиртлы эсемлек ҡойоп һатҡан магазиндар проблемаһын хәл итергә мөмкинлек бирәсәк. Бындай урындар, ғәҙәттә, торлаҡ йорттарҙа урынлашҡан була Улар үҙҙәрен дөйөм туҡланыу урыны булараҡ күрһәтеп, алкоголь менән теләһә ҡайһы ваҡытта сауҙа итә. Унда эсергә яратыусылар килеп тула. Иҫерек кешеләр торлаҡ йорттарҙа йәшәүселәргә ныҡ ҡамасаулай. Федераль законға үҙгәрештәр был мәсьәләне хәл итеү хоҡуғын төбәктәргә бирҙе. Араҡы ҡойоп һата торған урындарға зарланыусылар күп, ялыуҙар даими килә. Уларҙы иҫәпкә алып, торлаҡ йорттар биләмәһендә төнгө ваҡытта хәмер һатыуҙы тыйырға тәҡдим итәбеҙ”.
Торлаҡ йорттарҙағы бәләкәй кибеттәрҙә төндә алкоголь һатыуҙы тыйған закон проекты быйыл көҙ икенсе һәм өсөнсө уҡыуҙа ҡарала.







