Баш ҡаланың 450 йыллығына арнап ойошторолған сараны тәүге тапҡыр Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге Республика гимназия-интернаты ҡабул итте. Фән докторҙары, педагог, фольклорсыларҙан торған жюри ағзалары эпосты яңғыҙ башҡарыусылар һәм коллектив сығыштарҙы айырым баһалаясаҡ.
Финалға тиклем конкурстың һайлап алыу этабы 7 зонала үткән. Унда 119 бала һәм 47 коллектив сығыш яһаған. Йылдан -йыл бәйгеселәрҙең географияһы киңәйеүен иҫәпкә алғанда, быйыл тәүге тапҡыр Запорожье өлкәһе ҡатнашырға теләк белдергән. Бәйге өс көн дауамында бара. Тәге көндө эпосты коллектив башҡарыусылар һынау тотһа, бөгөн яңғыҙ башҡарыусылар сығыш яһай. Конкурс еңеүселәре шаршамбы Өфөнөң балалар филармонияһында билдәләнә.



