Һөнәргә тоғролоҡ йәки «Яңылыҡтар» хеҙмәтендә үткән 30 йыл

«Башҡортостан» телерадиокомпанияһының монтаж режиссеры Гөлшат Вәлиеваның бар хеҙмәт юлы яңылыҡтар менән бәйле.

Гөлшат Нәғим ҡыҙы республиканың төп телеканалына 1994 йылдың 1 апрелендә осраҡлы рәүештә, үҙен һынап ҡарау өсөн килә. Әммә телевидение уның яҙмышына әйләнә. Гөлшат Вәлиева ошо йылдар эсендә үҙен яуаплы хеҙмәткәр, ышаныслы коллега итеп таныта, тырышлығы менән редакцияла абруй, хөрмәт ҡаҙана. Шуға ҡарамаҫтан, ҙуртәжрибә туплаған хеҙмәттәшебеҙ яҡын киләсәктә үҙен икенсе өлкәлә һынап ҡарарға уйлай.

Гөлшат Вәлиева «Яңылыҡтар» хеҙмәтендә махсус репортаждарҙы, көн һайын эфирға сыҡҡан сюжеттарҙы монтажлай. Һәр материалды йыйыуға оло яуаплылыҡ менән ҡарай, үҙен һөнәренең оҫтаһы, ысын профессионал итеп таныта. Белгәнен йәштәргә өйрәтә.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ