Силәбе өлкәһендә Башҡортостан вәкиле Әлфир Байымов социаль селтәрҙә яҙыуынса, сара Арғаяш районы Мәтәл ауылында үткән. Рәсәй Геройы тыуған яғына ҡайтып яҡташтары менән сәй табыны артында осрашып аралашҡан. Альберт Зәйнуллин быйыл махсус хәрби операция барышында күрһәткән батырлығы өсөн юғары наградаға тәҡдим ителде. Батыр егетте Алтын йондоҙ миҙалы менән Кремлдә Рәсәй Президенты Владимир Путин үҙе бүләкләне.







