Спорт объекты баш ҡаланың Октябрь районында урынлашҡан. Ул Өфөнөң 450 йыллығы уңайынан төҙөлә. Бина бейек мәрмәр колонналары менән уратып алынған. Башҡортостан Башлығы буласаҡ тамаша залын ҡараны. Ул 3,4 мең урынға иҫәпләнгән. Көрәш һарайы быйыл көҙ Өфөлә үтәсәк “Рәсәй – спорт державаһы” халыҡ-ара форумының төп майҙансығы була. “Спорт объекты баш ҡаланың юбилейын билдәләгән көндә – 31 августа тантаналы асылырға тейеш”, - тине Радий Хәбиров.







