Радий Хәбиров Миҙхәт Шакиров һәйкәле проекты менән танышты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров КПСС өлкә комитетының беренсе секретары, Социалистик хеҙмәт геройы Миҙхәт Шакиров һәйкәле проекты менән танышты. Үҙ ваҡытында күренекле сәйәсмән төбәк менән 20 йыл тиерлек етәкселек итте. Архитектор Константин Донгузов уның исемен йөрөткән скверҙа һәйкәл буйынса бер нисә тәҡдим күрһәтте. Республика башлығы Миҙхәт Шакиров менән бергә эшләгән ветерандар менән аралашты һәм сәйәсмән иҫтәлегенә һәйкәл 2025 йылда барлыҡҡа киләсәк тип белдерҙе.

Бынан тыш Радий Хәбиров «Ҡурай уйнаусы малай» фонтаны реконструкцияһы һәм «Искра» кинотеатры алдындағы майҙанды төҙөкләндерелеүе менән танышты. Был объекттар Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейына тәртипкә килтерелгән биләмәләр исемлегенә индерелгән. Төҙөкләндереү сиктәрендә Сәид Ғәлин бульварының көньяҡ өлөшө йәйәүлеләр үткәүеленә әйләнер тип көтөлә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ