Ҡатын-ҡыҙҙар, ир-егеттәр ирекмәндәр төркөмәнә берләшеп яугирҙарға күрһәткән ярҙамы хаҡында киләһе яҙмала.
«Еңеү төйөнсәге» тип аталған акция иғлан ителеү менән ауыл халҡы маскировка селтәрҙәре бәйләү өсөн ҡорамалдар һатып алыуға аҡсалата ярҙам күрһәткән.Тейешле материалдар һатып алыу менән алғы һыҙыҡта беҙҙең һалдаттарҙың йәнен һаҡлау өсөн тәғәйенләнгән маскировка селтәрҙәре бәйләү эше лә йәнләнгәндерелгән. Фронттағы яугирҙар заказы буйынса 2 мең квадрат метрлыҡ маскировка селәтрҙәре үрелгән. Был изге эшкә райондың башҡа ауылдары ла әүҙем ҡушылған.
Тылдағылар ярҙамы алғы һыҙыҡтағы һалдаттарҙың рухын күтәрергә булышлыҡ итә, илебеҙ дошмандарын еңеүгә ышанысын арттыра. Рәхмәтле яугирҙар маскировка селәтрҙәре килеүен түҙемһеҙләнеп көтөп ала.Әйткәндәй,снайпер, разведчиктарға тәғәйенләнгән үлән, ағас төҫөндәге косюмдарҙы ла ирекмән ҡатын-ҡыҙҙар күпләп етештерә.
Тилбер ҡулдар ярҙамында бәйләнгән мсакировка селтәрҙәре һәм костюмдар беҙҙең яугиҙарҙы дошман утынан һаҡлай. Шаран районы ҡатын-ҡыҙҙары Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн мөмкин булғандың бөтәһен дә эшләй.
Әлфинә Андреева, Гүзәл Борханова






