Баш ҡаланың 450 йыллығына сиктәрендә Сергей Аксаков исемендәге мәҙәниәт һәм ял баҡсаһында республиканың төрлө ойошма, предприятие, учреждениеларында эшләүсе йәштәр өсөн квест үтте. Уның сиктәрендә улар ҡаланың тарихи-мәҙәни урындары менән танышып ҡына ҡалмай, туристар өсөн маршрут та төҙөнө. Сараның беренсе тапҡыр ойошторолоуына ҡарамаҫтан, өс тиҫтәнән ашыу команда ҡатнашты. Әүҙемлек күрһәтеүселәр айырым билдәләнде.






