Сара беҙҙең республиканан сыҡҡан, илебеҙ баш ҡалаһында йәшәүселәр өсөн ойошторолдо. Һәүәҫкәр спортсылар ЯЛ-6 тибындағы шлюпкаларҙа ярышты. Барлығы ете команда үҙ көсөн һынаны. Һөҙөмтәлә беренсе урынға - «Һаҡмар», икенсегә - «Ағиҙел», өсөнсөгә «Инйәр» командалары сыҡты. Еңеү яулаусылар дөйөм Мәскәү ярыштарында Башҡортостан исеменән сығыш яһаясаҡ. Тағы ла бер аҙнанан Мәскәү һабантуйы регатаһы ойошторола. Беренсе башҡорт ишкәкле регатаһы башҡалала йәшәүсе яҡташтарыбыҙҙы берләштереп кенә ҡламаны, мәҙәни йолалар бәйләнешен һаҡларға ла булышлыҡ итте.



