Мәғариф учреждениеһын төҙөкләндереүгә «Белем биреү мәктәп системаһын модернизациялау» федераль программаһы буйынса 124 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. 1968 йылда уҡ төҙөлгән бинала быға тиклем бер ҡасан да капиталь ремонт яһалмаған. Яңы уҡыу йылында уҡыусыларҙы өр-яңы кластар, заманса ашхана ҡаршы аласаҡ. Әле төҙөүселәр электр линияларын, янғынға ҡаршы, яҡтыртыу системаларын яңырта. Мәктәптең фасады һәм ҡыйығы ла тәртипкә килтерелә. Төҙөкләндереү август урталарына тамамланыр, тип көтөлә.
Яңы уҡыу йылына мәктәп кенә түгел, интернат та төҙөкләндерелә. Ятаҡта косметик ремонт ата-әсәләр көсө менән башҡарылған. Бында республиканың 28 районынан балалар уҡый. Мартта башланған ремонт ваҡытында дәрестәр башҡа мәктәптә үткән. Төҙөкләндереү буйынса бинаны ремонтлау ғына түгел, заманса ҡоролмалар ҙа һатып алыу ҡаралған.






