Унда махсус хәрби операция ветерандары ҡатнаша ала. Республика Башлығы Хакимиәте Етәксеһе Максим Забелин социаль селтәрҙә яҙыуынса, Өфөлә “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды филиалы бинаһында һайлап алыу пункты ойошторолған. “Геройҙар ваҡыты” кадрҙар программаһын Рәсәй Президенты Владимир Путин иғлан итте. Уға юғары белеме булған махсус хәрби операция ветерандары ҡушыла ала.







