Шулай уҡ ҡаты һәм һутлы мал аҙығы туплана. Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөнгә 25 мең тонна бесән сабылған, 200 мең тоннанан ашыу сенаж, 3 мең тонна самаһы силос һалынған. Мал башына 26 центнер бесән әҙерләү ҡарала. Ауырғазы, Илеш һәм Мәләүез районында эштәр ырамлы бара.







