Башҡортостанға автомобилдәрҙе ҡуртымға алыу мөмкинлеге яңынан индерелә

Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың «Делимобиль» компанияһына нигеҙ һалыусы Винченцо Трани менән осрашыуында белдерелде.

«Каршеринг» компанияһының Өфөгә тәүге тапҡыр килеүе түгел. 2017 йылда Башҡортостандың баш ҡалаһында делимобилдәр йөрөй башлағайны. Әммә пандемия арҡаһында уларҙың эшмәкәрлеге туҡтатылды. Әле «Делимобиль» кире ҡайтырға әҙер. Беренсе этапта Өфө биләмәһендә 500 автомобиль файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Инвестициялар күләме 800 миллион һумға баһалана, 50-нән ашыу яңы эш урыны булдырыла. Сервис 28 июндә эшләй башлай. Һуңынан машиналар һанын 2 меңгә тиклем арттырыу ҡаралған, каршеринг системаһы, йәғни делимобилдәр республиканың башҡа ҡалаларында ла файҙаланыласаҡ.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ