Үҙәк хәрби округ ғәскәрҙәре командующийы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы, генерал-лейтенант Дмитрий Глушенков Башҡортостанда алып барылған хәрби-илһөйәрлек тәрбиә эшен юғары баһаланы. Радий Хәбиров хәрби етәксене Шишмә районындағы парк мөмкинлектәре менән таныштырҙы.
«Авангард» уҡытыу-методика үҙәге казармаһында булдылар, шулай уҡ Рәсәй геройы Максим Серафимов исемен йөрөткән класты һәм «Атыуға теоретик әҙерлек» кабинетын күрһәтте. «Йәйге лагерҙарҙы яңыртыу» федераль программаһы буйынса күтәрелгән яңы модуль торлаҡ корпустар сафҡа индерелеү менән бында йылына ун меңдән ашыу курсант әҙерлек үтә аласаҡ.






