Стәрлетамаҡ урамдарының береһенә МХО-ла һәләк булған подполковник Олег Ташматовтың исеме биреләсәк

Стәрлетамаҡ урамдарының береһенә махсус хәрби операцияла һәләк булған подполковник Олег Ташматовтың исеме биреләсәк. Олег Ташматов Украиналағы хәрби бәрелешкә тәүгеләрҙән булып саҡырыла. Тик яуҙарҙың береһендә дошман ярсығы хәрбиҙен ғүмерен өҙә. Һәләк булғас, уның вазифаһына атаһы күсә. Закир Ташматов - шулай уҡ бөтә ғүмерен хәрби хеҙмәткә арнаған офицер. Ошо көндәрҙә ул йәрәхәт алғандан һуң, Стәрлетамаҡ ҡалаһына ялға ҡайтты. Хәрби менән БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина осрашты.

Тәүгә күрешһәләр ҙә, улар туғандарса ҡосаҡлаша. Закир Ташматов Стәрлетамаҡ ирекмәндәрен яҡшы белә. Алғы һыҙыҡта яугир улар менән һәр саҡ бәйләнештә. Маскировка селтәрҙәреме, окоп шәмдәреме - тыуған яҡ тылы һәр саҡ кәрәк-яраҡ менән тәьмин итеп тора.

Улы тураһында һөйләгәндә, яугир күҙ йәштәрен тыя алмай. Ике йыл элек подполковник Олег Ташматов махсус хәрби операцияла һәләк була. Пенсионерҙың ике улы ла ғаилә башлығы миҫалында ғүмерен хәрби хеҙмәт менән бәйләгән. Башҡаса мөмкин дә түгелдер: сөнки улар гарнизон балалары, тип иҫкә ала ул.

Махсус хәрби операция башланғас та, Олег Ташматов фронтҡа тәүгеләрҙән булып саҡырыла. Комбриг урынбаҫары вазиһына етә. Һуңғы көнөндә һалдаттары менән бергә 10 саҡрымлыҡ участкала дошмандарҙы ҡыҫа.

Бөгөн Олег Ташматовҡа Рәсәй Геройы исемен тапшырыу ҡарала. Улы һәләк булғандан һуң, Закир Ташматов уның позывнойын үҙенә алып, фронтҡа бара. Тәүге тапҡыр аяғына ярсыҡ эләктергәс, 10-сы көнгә таяҡҡа таянып атакаға ташлана. Ә һуңғы йәрәхәтен быйыл мартта ала. Әле һаман да ул фронтҡа ынтыла. Һалдаттары һәм улы өсөн.

Закир Жорабай улы аяғы тиҙерәк уңалғанын теләй. Фронтта егеттәр көтә, ти ул. Ә йөрәк түрендә йыйылған хистәрҙе шиғыр юлдарына һалып үҙ-үҙен йыуата.

Рәзилә Ғиниәтуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ